Иман
26 Сентября , 08:14

Яугирҙар рухына ағастар ултырттылар

Рәхмәт хаттары ла тапшырылды

Яугирҙар рухына ағастар ултырттыларЯугирҙар рухына ағастар ултырттылар
Яугирҙар рухына ағастар ултырттылар

Яҡшымбәт ауылындағы "Аҡ мәсет" тирә-яғына, һуғышта һәләк булған һалдаттар рухына бағышлап, иҫтәлекле ағастар ултыртылды. Был көндө МХО-ла йөрөгән егеттәрҙең әсәләре менән йылы осрашыу ҙа үтте.
Сарала ҡатнашҡан республикабыҙҙың Диниә назараты рәйесе-мөфтөй Айнур Бирғәлин донъяларҙың тиҙерәк тынысланыуын, яугирҙәрҙең тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын һәм барыһына ла сабырлыҡ теләне.
Шулай уҡ Айнур Азамат улы Яҡшымбәт ауылы старостаһы Азат Ғәлиев менән "Аҡ мәсет" имам-хатибы Фарход Аҙнабаевҡа Башҡортостан Диниә назаратының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Был сара тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте гәзиттең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

Автор:
Читайте нас