Иман
27 Сентября , 10:32

"Гәүһәр"гә - 10 йәш

Йомағужала оло рухи байрам үтте

"Гәүһәр"гә - 10 йәш"Гәүһәр"гә - 10 йәш
"Гәүһәр"гә - 10 йәш

Илкәнәйҙә мәсет асылғандан һуң күрше Йомағужа ауылына юлландыҡ. Унда бөгөн оло рухи байрам — "Гәүһәр" мәсетенең 10 йыллыҡ юбилейы тантаналы рәүештә билдәләнде. Ун йыл элек төҙөлгән был изге йорт бөгөн дә иман нуры таратып, мәхәллә өсөн рухи үҙәк булып хеҙмәт итә.
Ҡотлау һүҙҙәрендә "Гәүһәр" мәсетенең ауыл тормошондағы роле, уның йәштәрҙе тәрбиәләүҙәге һәм ауылдаштарҙы берләштереүҙәге әһәмиәте айырым билдәләнде.
Ун йыл эсендә был мәсет бик күп изге ғәмәлдәргә, дини сараларға, йола үтәүҙәргә үҙәк булды.
Юбилей уңайынан Ҡөрьән уҡылды, изге доғалар ҡылынды, ауылға именлек, бәрәкәт һәм тыныслыҡ теләнде.
"Гәүһәр" мәсетенең киләһе тиҫтә йылдары тағы ла күберәк изгелектәр менән билдәләнһен!

Автор:
Читайте нас