Иман
27 Сентября , 08:42

Шатлыҡтарының сиге булманы

Илкәнәйҙә "Ғиләжетдин" мәсете ишектәрен асты

Шатлыҡтарының сиге булманыШатлыҡтарының сиге булманы
Шатлыҡтарының сиге булманы

Бөгөн Илкәнәй ауылында оло шатлыҡлы ваҡиға — ауыл халҡы оҙаҡ көткән "Ғиләжетдин" мәсете тантаналы рәүештә асылды. Был изге ғәмәл ауылдаштарыбыҙ өсөн рухи берҙәмлектең, изгелектең һәм тыныслыҡтың символы булды.
Мәсеттең асылыу тантанаһында Башҡортостан Диниә назараты рәйесенең урынбаҫары Морат Лоҡманов, район етәкселеге, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы имам-мөхтәсибе, ахун Айнур Ҡәҙимов, дин әһелдәре, шулай уҡ күп һанлы ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар ҡатнашты. Ҡотлау һүҙҙәрендә был ғибәҙәтхананың мәхәллә өсөн генә түгел, ә бөтөн ауыл өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә булыуы билдәләнде.
Уның төҙөлөшөндә матди ярҙам күрһәткән һәр кешегә рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. Был изге эшкә үҙ өлөшөн индергән кешеләрҙең исемдәре тарихта ҡаласаҡ.
Аллаһ Тәғәлә был мәсетте изге ғәмәлдәр башҡарыу урыны итеп, ауылыбыҙға именлек, тыныслыҡ һәм бәрәкәт таратһын.
Был турала тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

Автор:
Читайте нас