Все новости
Инвестициялар
5 Марта 2019, 15:52

Күмертауҙа 11-се резидент

Үткән аҙнала Башҡортостан Хөкүмәтенең «Инвестсәғәт» тип аталған кәңәшмәһендә Күмертауҙа фиброцемент етештереү заводы асыу тураһындағы проект ҡаралып, хуплау тапты.

Үткән аҙнала Башҡортостан Хөкүмәтенең «Инвестсәғәт» тип аталған кәңәшмәһендә Күмертауҙа фиброцемент етештереү заводы асыу тураһындағы проект ҡаралып, хуплау тапты.

Яңы предприятиены Ҡытай Халыҡ Республикаһының «Юаньянвэйлн» Цзянси сауҙа-сәнәғәт компанияһы төҙөйәсәк. Был – Күмертауҙағы 11-се резидент. Инвестиция күләме 2 миллиард һум тәшкил итәсәк, 300 яңы эш урыны булдырыласаҡ. Бер заман ҡытайҙар, сумаҙан эшләйбеҙ, тип тә Күмертауға килеп йөрөнөләр, тик был эш нисектер килеп сыҡманы, туңдырма ла яһай башлай яҙҙыҡ, уныһы ла тормошҡа ашманы. Ә бына фиброцемент менән эштәр уң булыр, тип ышанабыҙ.
Читайте нас: