Все новости
Инвестициялар
26 Июля 2019, 12:33

Моноҡалала - «Монолит»

Күмертауға, моноҡала булараҡ, яңынан-яңы инвестиция һалырға теләүселәр килеп кенә тора. Яңыраҡ бында Бельгия менән Франция инвесторҙары ел генераторҙары етештереү буйынса булып киткәйне. Үткән аҙнала «Монолит» предприятиеһы ун икенсе резидент булып теркәү үтте. Өс яҡлы килешеүгә Сибайҙа үткән I Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында ҡул ҡуйылды.

«Монолит» предприятиеһы төҙөлөштәге стеналар һәм юл төҙөлөшө өсөн материалдар етештерәсәк. Ярым ҡоро бетон иҙелмәһе 20 секундта киптерелеп, ҡатырыла, уның составындағы һыу һәм һауа сығарыла. Бындай төҙөлөш материалдары йылыны тотоуы, һыуыҡ үткәрмәүе менән үҙенсәлекле. Беҙҙең климат шарттарында ул киң ҡулланыу табыр, тип ышана был предприятие эшҡыуарҙары.
Читайте нас: