Все новости
Инвестициялар
18 Февраля 2021, 15:20

Эш сәфәре

Бөгөн беҙҙә эш сәфәре менән премьер-министр урынбаҫары, торлаҡ-комуналь хужалығының министры Борис Беляев ҡунаҡта.

Бөгөн беҙҙә эш сәфәре менән премьер-министр урынбаҫары, торлаҡ-комуналь хужалығының министры Борис Беляев ҡунаҡта. Ул сәфәрен таҙартыу-ҡорамаларын ҡарауҙан башланы. Ҡорамаларҙы сафҡа инедереүгә 79 млн һум аҡса бүленеп, 2017 йылда төҙөлә башлап 2019 йылда тапшырылырға тейеш ине. Төҙөлөш башланды, ләкин, смета төҙөүсе ойошма документтарҙы дөрөҫ яһамау сәбәпле, ул тейешле ваҡытында үҙ эшен башлай алманы. Әлеге көндә, документ эштәре икенсе ойошманы яллап, эшләргә ҡушылған. Заманға ярашлы был объект тиҙҙән официаль рәүештә сафҡа инеп, оҙаҡ йылдар эшләр тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Читайте нас: