- Ниңә былтыр йүнле эшләмәнең? Көйөргәҙе районы инвестициялар буйынса 88%-ҡа түбән төшкән. Йә, был ни ҡылыҡ? Бөтөн мир алдына мәсхәрә иттең дә баһа.
Бар ине заманалар, һине күктәргә күтәреп маҡтаныҡ - әллә ниндәй объекттар төҙөп ҡуйҙың, Көйөргәҙене өрмәгән ергә ултырманылар ул саҡта - маладсы, егеттәр! Ул ваҡыттағы башлыҡҡа, Ә. Ҡотлоәхмәтовҡа, 23 миллион һум грант бирҙеләр. Үҙенә түгел инде, районға, өйөнә алып ҡайтып китмәне аҡсаларҙы. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, бер подземгаз ғына "ғәйепле" түгел ине бындай уңышҡа: Роторфлай (әле ул ҡайҙа йөрөй икән?), «Авелар Солар Технолоджи» (исеме ҡалай бит әле уның, модный) ойошмалары шәп эшләгәйне. Һәм бына хәҙер килеп....
Уртаса эш хаҡының ниндәй булыуына ла һин яуап бирәһең, подземгаз, һиндә эшселәр аҡсаны күп итеп алһалар, тимәк, район халҡы ла күп ала. Шуға, давай, арыуыраҡ түлә зарплатаны, беҙҙең дә йәшәү кимәлен күтәр.
Ошолай һүктек подземгазды. Ул, өндәшмәй, тыңланы, белә ғәйебен, яуабы юҡ. Вәғәҙә бирмәне, шулай ҙа, үҙендә көс табып, әйтте кеүек: тырышырмын, мин ҡыбырламаһам, башҡаға өмөт юҡ, буғай.