Все новости
Инвестициялар
3 Июня 2022, 16:43

Һабантуй дауам итә

Беҙ бында иртәгә буласаҡ Һабантуйға әҙерләнеп мәж киләбеҙ. Ә район башлығы урынбаҫары Тимур Иҙрисов икенсе көн рәттән Һабантуйҙа йөрөй. 

Һабантуй дауам итә
Һабантуй дауам итә
Сибайҙағы инвестһабантуй дауам итә. Нимә генә булып бөтмәгән унда, төрлө килешеүҙәр, осрашыуҙар, эшлекле әңгәмәләр. Бизнесты саҡ ҡына аңлаған кеше өсөн хөрриәт.
Тимур Нәсибулла улы бөгөн өҫтөн алмаштырған (көн һайын бер кейемдә йөрөргә этика ла ҡушмай), ә эсе барыбер шул көйө ҡалған - күңеле район өсөн янып йөрөй, эх, ошондағы барлыҡ төҙөлгән килешеүҙәр, инвестициялар бөтәһе бер юлы Көйөргәҙегә килеп төшһә!  Хет МАЗдар беҙҙә төҙөлә башлаһа, мәҫәлән. Хыялдар сикһеҙ, дәрт етерлек. Саҡ ҡына дарманы ла булһа. 
Һабантуй дауам итә. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: