Нисек кенә булмаһын, беҙҙә уңған кешеләр йәшәй, бар яҡтан да килешкәндәр. Ниңә былай тип уйлайбыҙ, демография хәленең насар икәнен белеп, беҙҙәге өс ғаилә үҙҙәренең тос өлөшөн индерергә булған һәм уларҙың тырышлығы буш китмәгән – был аҙнала Күмертауҙа өс пар игеҙәк бала тыуҙы. Сабыйҙар матур көндә – 2018 йылдың 18 июлендә донъяға килде.
Өс игеҙ ҙә урындағы Перинаталь үҙәктә тыуған. Был осраҡ Күмертау бала табыу йорто тарихында тәүге тапҡыр. Әлеге ваҡытта әсәләр ҙә, сабыйҙар ҙа үҙҙәрен яҡшы тоя һәм туғандарынан ҡотлау һүҙҙәре ҡабул итә.