Все новости
Ишеттегеҙме әле?
3 Августа 2018, 11:30

«РӘХӘТЛӘНЕП, ЙҮГЕРЕП ЙӨРӨП ЭШЛӘРГӘ БУЛА»

Оҙаҡ йылдар «Искра» хужалығының Ҡотлоюл бригадаһында бригадир булып эшләгән, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Урал Ибраһимов күптән түгел генә Күгәрсен районындағы «Тәүәкән» эре хужалығына етәксе итеп тәғәйенләнде. «Юшатыр» гәзите редакцияһы был яңылыҡты шатланып ҡабул итте. Яҡташыбыҙҙы ошо оло вазифаһы менән ҡотлап, уңыштар теләп, Тәүәкәнгә юл төшкәндә үҙен күреп әңгәмәләшергә лә теләгәйнек, әммә ул эш буйынса сығып киткән ине. Шуға ҡарамаҫтан, телефон аша булһа ла бәйләнешкә сығып, Урал Дамир улының яңы эш урынындағы тәүге тәьҫораттарын белештек.

Оҙаҡ йылдар «Искра» хужалығының Ҡотлоюл бригадаһында бригадир булып эшләгән, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Урал Ибраһимов күптән түгел генә Күгәрсен районындағы «Тәүәкән» эре хужалығына етәксе итеп тәғәйенләнде. «Юшатыр» гәзите редакцияһы был яңылыҡты шатланып ҡабул итте. Яҡташыбыҙҙы ошо оло вазифаһы менән ҡотлап, уңыштар теләп, Тәүәкәнгә юл төшкәндә үҙен күреп әңгәмәләшергә лә теләгәйнек, әммә ул эш буйынса сығып киткән ине. Шуға ҡарамаҫтан, телефон аша булһа ла бәйләнешкә сығып, Урал Дамир улының яңы эш урынындағы тәүге тәьҫораттарын белештек.


Беҙҙең «Юшатыр»ҙан икәнде ишеткәс тә, трубканың теге яғында шатлыҡлы тауыш ишетелде:
- О, минең яҡташтарым шылтырата икән. Рәхмәт, хәлдәрем яҡшы. Ике айҙан артыҡ эшләйем бында. 27 майҙан алып етештереү буйынса урынбаҫар булып эшләнем. Ошо арала эш барышы, хужалыҡ менән яҡындан танышырға өлгөрҙөм. Һабантуй ҙа үткәрҙек. Бына бесән эшен бөтөрөп торабыҙ. 26 июлдә «Тәүәкән» хужалығы директоры вазифаһын йөкмәттеләр. Быға тиклем етәкселек урындарында эшләмәгәс, әҙерәк ҡыйыныраҡ, әлбиттә. Юридик, финанс һорауҙарҙы яҡшылап өйрәнергә кәрәк буласаҡ. Кеше менән эшләргә өйрәнгәнмен, ул яҡтан тәжрибә ҙур. Бындағы халыҡ та бигерәк оҡшаны. Беҙҙең Көйөргәҙе районындағы һымаҡ барыһы ла мөләйемдәр, эшсәндәр. Матур итеп донъя көтөргә тырышып яталар, эшкә лә һәр саҡ ваҡытында ғына йөрөйҙәр. Эскелек юҡ. Беҙҙең хужалыҡҡа 20 ауыл, 4 ауыл советы ҡарай. Шулай уҡ Тәүәкән ауылының бөтә булған объекттары беҙгә йөкмәтелгән. Бында миңә иң оҡшағаны — таҙалыҡ булды. Һәр ерҙә тәртип. Бер ҡайҙа ла сүп-сар өйөмдәре ятмай. Халыҡ бында таҙалыҡҡа ныҡ иғтибар бүлә. Хатта, йорт арттарында тиреҫ өйөмдәре лә күренмәй. Сүп-сар тейешле урынға ғына алып барып түгелә.
Ғөмүмән әйткәндә, тырыш, егәрле халыҡ йәшәй. Сәскә үҫтерәләр барыһы ла тиерлек, картуфты ла күп ултырталар. Шундай эре хужалыҡты етәкләгәс, яуаплылыҡ бик ҙур. Район хакимиәте лә ярҙам итеп тора. Халыҡ мине яҡшы ҡабул итте. Тәүҙә һаҡ ҡына күҙәттеләр, әлбиттә. Әммә һуңыраҡ: «Ҡасан беҙҙең директор булаһың инде?» - тип йөрөй башланылар. Миңә тиклем 4 кеше килеп ҡараған был урынға, алмағандар. Халыҡ ҡабул итмәгән. Бында 80% ситтән килгән кеше эшләй. Шуға күрә ситтән килгәндәргә бик үк аптырап бармайҙар былай. Хужалыҡ ҙур. Үҙебеҙҙең ҡымыҙ заводы, ярымфабрикаттар эшләү цехтары бар. Итте беҙҙән алалар. Шулай уҡ үҙебеҙҙең мал һуйыу цехы, инкубаторҙарыбыҙ бар, 7 меңдән ашыу ҡаҙ үрсетәбеҙ, ике кафе тотабыҙ. Бар нәмә ҡулайлаштырылған, база яҡшы, техника етәрлек. Ҡыҫҡаһы, рәхәтләнеп, йүгереп йөрөп эшләргә була. Үҙемә ике ҡатлы йорт бирҙеләр. Әле унда ҡайһы бер ремонт эштәре башҡарырға кәрәк. Ҡыҙыу эш ваҡыты булғанлыҡтан, ваҡыт етмәйерәк тора. Августа ғаиләмде лә күсереп алып киләсәкмен.

Көйөргәҙе районында 26 йыл эшләнем. Тыуған яҡ һәр саҡ һағындыра инде. Бында эшкә килгәс, минең «Искра» хужалығында эшләгәнемде белгәс, шунда уҡ барыһы ла: «Тимәк һинән була, һин эшләй аласаҡһың», - тинеләр. Ысынлап та, «Искра» хужалығы етәксеһе
Рәмил Мостафинға ҙур рәхмәтлемен. Уның фатихаһын алып киттем. Рәмил Ғиниәт улынан күп нәмәгә өйрәндем, унда эшләгән осорҙа ҙур эш тәжрибәһе тупланым. Алла бирһә, бында ла тырышып эшләрмен. «Тәүәкән» эшләй икән, Күгәрсен районы ла гөрләп йәшәйәсәк.


Читайте нас: