Һүҙ, башлыса, Күмертауҙа фиброцемент етештереү заводы төҙөү хаҡында барҙы. Сәй, фарфор, етен, дары уйлап тапҡан егәрле халыҡ яңы заводтар төҙөү өсөн урын эҙләй, һәм бына уларҙың күҙе тап беҙҙең Күмертауға төшкән. «2019 йылдың көҙөнә завод эшләп китер», - тине Борис Беляев менән һөйләшкәндә Хуан Шихуан исемле ҡытай вәкиле.