Все новости
Ишеттегеҙме әле?
18 Сентября 2018, 10:56

«РӘХМӘТ ӘЙТЕП, ҠУЛ ҠЫҪАЛАР»

Күмертауҙа йәшәүсе Ринат Низаметдиновты белмәгән кеше юҡтыр. Ҡала халҡы ғына түгел, хатта, бар республика белә. Ул Күмертауҙағы шәхси йорто тирәһен музейға әйләндергән.

Күмертауҙа йәшәүсе Ринат Низаметдиновты белмәгән кеше юҡтыр. Ҡала халҡы ғына түгел, хатта, бар республика белә. Ул Күмертауҙағы шәхси йорто тирәһен музейға әйләндергән.


Бер саҡ теге Никулин, Вицин, Моргунов йөрөгән атаҡлы инвалид машинаһынан һәйкәл яһап ултыртҡайны. «Юшатыр» был турала яҙҙы. Бына әле яңы һын - Сталиндың бюсын үҙ аҡсаһына эшләтеп ултыртып ҡуйған. Ринат ағай ике һүҙенең береһендә Cовет осорон маҡтай. «Ул саҡта директор ябай эшсенән саҡ ҡына байыраҡ була торғайны, әлеге һымаҡ шашыу булманы», - ти. Һаман да социализм рухы менән йәшәгән Ринат ағайҙың бар йорто Cовет эпохаһын хәтерләтә. Йорто эргәһенә тирмәгә оҡшатып тағы бер бәләкәй генә өй эшләп ҡуйған ул. Бында шул замандағы гәзиттәр, радио, граммафон, шкаф-фәлән, бик боронғо телефон (уныһы эшләй, етмәһә), лампалар - барыһы ла бар. Граммофонына ҡуйып, беҙгә Сталиндың 1946 йылдағы сығышы яҙылған пластинканы тыңлатты. Уның үҙе йәшәгән өй эсендә лә, иҫке гәзит-журналдар, боронғо мебелдәрҙе күрергә була. «Ҡапҡа төбөнә Сталиндың бюсын ҡуйҙым да, кешеләрҙең реакцияһын күҙәттем. Әлегә тиклем бер кем бер насар һүҙ әйкәне юҡ. Рәхмәт, тип ҡулды ҡыҫып китәләр», - ти Ринат Нурый улы.
Читайте нас: