«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Гражданлыҡ университеты» проектында белем алыусылар Салауат ҡалаһы уҡыусыларын үләндәр менән дауаламаҡсы. Шулай уҡ балаларҙы һауыҡтырыуҙың был ысулын артабан Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалаларында ла ҡулланмаҡсылар. «Фитотерапия ярҙамында үҫеп килгән быуындың һаулығын нығытырға һәм һаҡларға теләйбеҙ. Был балалар ауырыуҙарын кәметәсәк һәм уларҙың уҡыуҙа өлгәшеүен дә күтәрәсәк», - тиҙәр был проекттың етәкселәре.
«Балалар өсөн фитоаптека» проекты авторҙары дарыу үләндәре етештереүҙе Көйөргәҙе районында башҡармаҡсылар. Бында улар үләндәрҙе йыйып, эшкәртеп, төргәктәргә төрөргә уйлайҙар. Аҙаҡ инде әҙер продукция белем биреү учреждениеларына оҙатыласаҡ.
Комиссия ағзаһы, Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин был идеяны республикала эшләп килгән дарыу үләндәре эшкәртеү предприятиелары менән берлектә башҡарырға тәҡдим итә. «Яңы производство асыу кәрәклеге лә юҡ. Республикала был йүнәлештә эшләүсе предприятиелар аҙ түгел. Уларҙың тәжрибәһе лә, кәрәкле ҡорамалдары ла бар. Иң мөһиме — улар дарыу үләндәренең файҙаһын аңлай», - ти Рәмзил Ишһарин.
Шулай уҡ был проект авторҙары республиканың сәнәғәт ҡалаларында йәшәүсе балаларҙың физик хәлен, һаулығын өйрәнеү буйынса ирекмәндәр төркөмө булдырмаҡсы. Ә белгестәргә, нәҡ ошо төбәктә йәшәүселәргә генә яраҡлы үләндәр исемлеген төҙөргә ҡала.
«Ошо төбәктә, атап әйткәндә Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалаларында йәшәүсе балаларҙың күбеһе аллергия менән йонсой. Һәр балаға бер төрлө генә үләндәр ҡатнашмаһын эсереү ҡурҡыныс, әлбиттә. Бер бала өсөн эсергә яраған үлән төнәтмәһе, икенсе бала өсөн ярамауы ла бар. Аллергияға тест эшләргә кәрәк буласаҡ. Шуға күрә был эште медицина хеҙмәткәрҙәренән тыш башҡарып булмаясаҡ», - ти «Гражданлыҡ университеты»ның кафедра мөдире Оксана Казакова.
Көйөргәҙе районынан «Гражданлыҡ университеты»нда Шәбағыш ауыл советы хакимиәте башлығы Әлфиә Ханбәкова ла уҡып ҡайтҡан. Ул — мәктәп балаларының һаулығын фитотерапия ярҙамында нығытыу проектын яҡлаусыларҙың береһе. «Өфөлә 3 сессия уҡып ҡайттым. Унда фитотерапия буйынса үҙебеҙҙең проектты яҡланыҡ. Артабан инде «Берҙәм Рәсәй» партияһы тәҡдим ителгән барлығы 15 пилот проектының һәр береһен тормошҡа ашырыу юлдарын уйлаясаҡ. Беҙҙең экология яғынан насар һаналған төбәктәргә, йәғни Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалалары балаларына ярҙам итеү проекты тулыһынса әҙер. Хәҙер уны бойомға ашырырға ғына ҡалды», - ти Әлфиә Мансур ҡыҙы.