Все новости
Ишеттегеҙме әле?
18 Января 2019, 12:35

ЫСЫН КРӘҪТИӘНГӘ ПЕНСИЯ АРТТЫ

1 ғинуарҙан ауылда йәшәгән һәм ауыл хужалығында 30 йыл стажы булған, әлеге ваҡытта эшләмәгән пенсионерҙарҙың страховка пенсияһы 25 процентҡа артты.

1 ғинуарҙан ауылда йәшәгән һәм ауыл хужалығында 30 йыл стажы булған, әлеге ваҡытта эшләмәгән пенсионерҙарҙың страховка пенсияһы 25 процентҡа артты.


Төп принцип шулай: ауыл ерендә йәшәгән, ләкин ауыл хужалығына ҡарамаған ойошмаларҙа һәм учреждениеларҙа (мәктәптәрҙә, ауыл хакимиәттәрендә, фельдшерлыҡ һәм медицина пункттарында һ.б.) эшләгәндәрҙең стаждары 30 йыл булһа ла, был өҫтәмә түләнмәй. Әгәр кеше үҫемлекселектә, малсылыҡта, балыҡсылыҡта, тракторҙа (исемлектә 500-ләп һөнәр кергән) 30 йыллыҡ эш стажы булһа, өҫтәмә түләнә ала. 30 йыллыҡ эш стажы хеҙмәт кенәгәһендә рәсми яҙма менән раҫланмаған булһа, пенсионерҙар өҫтәмә алыу өсөн Пенсия фонды идаралығына тейешле документ тапшырырға хоҡуҡлы.

Башҡортостанда бындай өҫтәмәне 51 мең кеше аласаҡ. Ғинуарҙа был категорияға ингән ауыл халҡына пенсия 1333,54 һумға артасаҡ. Аҡсаны алыу өсөн ғариза тапшырыуҙың кәрәге юҡ.

Тағы шул да мөһим: ҡағиҙә буйынса, пенсияға өҫтәмәләрҙе ауыл ерендә даими йәшәгән граждандар аласаҡ. Йәғни граждан ауыл ерендә даими теркәлгән һәм был факт хаҡлы ялдағы кешенең шәхси пенсия эшендә күрһәтелгән икән, тимәк, өҫтәмә рәүештә документтар юллап йөрөү талап ителмәй. Ләкин, әгәр граждан башҡа ерҙә теркәлеп, ауылда йәшәһә, был осраҡта Пенсия фондының урындағы идаралығына йәки күп функциялы үҙәккә йәшәү урынын иҫбатлаған ғариза бирергә тура киләсәк. Пенсияны йәшәгән ауылдағы почта аша алһа (банк картаһы аша түгел), ул осраҡта иҫбатлау ғаризаһын биреп тороуҙың кәрәге юҡ.

Александр МИХАНОВ, райондағы пенсия фонды идаралығы начальнигы:

- Районыбыҙҙа 30 йыл ауыл хужалығында эшләп пенсия түләүенә 25 процент өҫтәмәгә хоҡуҡлылар нисәү икәнлеге хаҡында республикаға хәбәр иттек. Әлегә был һанды әйтергә хоҡуғым юҡ, сөнки юллап та ни сәбәптер әлегә ала алмағандар ҙа асыҡлана башланы. Аҙаҡ барыһы ла юллап бөтөп, ошо өҫтәмә аҡсаны ала башлаһалар, теүәл һандарҙы хәбәр итермен.

Нурия ХӘБИЕВА, Таймаҫ ауылы:

- Был, әлбиттә, яҡшы яңылыҡ, ләкин барыһы ла өҫтәмәне юллай алмай шул. Башҡортостандан ни бары 51 мең генә, тиҙәр бит. Мәҫәлән, мин “Таймаҫ” совхозында ла, “Ҡыҙыл шар” совхозында ла иҡтисадсы-бухгалтер булып эшләнем. Был өҫтәмәне алыу өсөн ауыл хужалығының бөтә тармаҡтары ла ингән, ә иҡтисадсы-бухгалтер, конторала ултырған диспетчер кеүек һөнәрҙәр эләкмәгән. Шуға мин был өҫтәмәгә өмөт тә итмәнем. Ғөмүмән, өҫтә ултырғандар ауыл хужалығы эшен еңел тип уйлайҙыр ул. Хәҙер ауыл хужалығында 30 йыл эшләгәндәр үлеп тә бөтөп бараларҙыр инде. Таймаҫта, мин йәшәгән урамда, 60 йорт бар. Унда 60 йәште үткән ни бары алты ир-ат ҡалған, был йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар ҙа күп түгел. Шулай булғас, уйланырлыҡ урын күп бында.
Читайте нас: