Күмертау ҡалаһы башҡорттары аҡһаҡалдары ойошмаһының йыйылышы үтте. 12 кешенән торған ойошма 2013 йылда ойошторолған.
Әлеге ваҡытта составты яңыртырға булдыҡ, сөнки күптәре юҡ. Эштең яңы йүнәлеше лә билдәләнде – туған телде һаҡлап ҡалыу. Башҡорт халҡының яҙмышына битараф булмаған, ваҡыты, мөмкинлеге һәм теләге булған 60 йәштән өлкәнерәктәрҙе ойошмаға ҡабул итәбеҙ. Хаҡҡолой Мөхәмәтйәнов ойошманың ваҡытлыса рәйесе итеп тәғәйенләнде.
Ултырыштар һәр шаршамбы киске сәғәт 5-тә Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты кабинетында үткәреләсәк.
Киләһе ултырышта яңы составты ҡараясаҡбыҙ һәм эш планы төҙөйәсәкбеҙ.