Все новости
Ишеттегеҙме әле?
1 Февраля 2019, 12:05

СӘҒӘТЕ ТЕКЕЛДӘП ТОРҺОН

Был аҙнаның шаршамбыһында, 30 ғинуарҙа, БСТ каналында Күмертауҙың 7 мөғжизәһенә арналған тапшырыу булды.

Был аҙнаның шаршамбыһында, 30 ғинуарҙа, БСТ каналында Күмертауҙың 7 мөғжизәһенә арналған тапшырыу булды. Унда 3-сө БРГИ директоры Фәһим Боҫҡанов, «Юшатыр» гәзитенең баш мөхәррире Малик Ильясов ҡатнашты. Тапшырыуҙы алып барыусыларҙың береһе Гөлмирә Исмәғилева - үҙе лә Күмертау ҡыҙы, 3-сө БРГИ-ны тамамлаған.

Тура эфир студияһына Күмертауҙан һәм Көйөргәҙе районынан шылтыратыусылар күп булды. Уларҙың барыһы ла «Юшатыр» гәзитенә ҡарата йылы һүҙҙәрен белдерҙе. Хатта Хаҡҡолой Мөхәмәтйәнов урындағы милли матбуғат баҫмаһын Күмертауҙың 7 мөғжизәһенең береһе итеп тәҡдим итте.

Тапшырыу барышында тура эфир студияһына шылтыратып иң шәп һорау биреүсене бүләкләргә тип тә килешелгәйне. Малик Миңлебулат улы бүләккә тип алып барған сәғәт Хаҡҡолой Хәйепҡол улына яҙҙы. Шуға күрә бүләк Өфөнән кире Күмертауға ҡайтты, һәм кисә уны Хаҡҡолой ағайға тапшырҙыҡ.

- Сәғәтең гел генә текелдәп торһон, йөрәгең гел генә дәртле итеп тибеп торһон, - тип изге теләктәр теләне уға «Юшатыр»ҙар.
Читайте нас: