Районыбыҙ “Йәшлек” мәҙәниәт йортона яңы директор тәғәйенләнде. Ошо яңылыҡты алыу менән беҙ яңы вазифа биләүсе Зөлфирә Эйтерник менән бәйләнешкә сыҡтыҡ.
- Зөлфирә Ғәзиз ҡыҙы, яңы эшкә ниндәй кәйефтәр һәм пландар менән тотондоғоҙ?
- Мәҙәниәт йортондағы директор вазифаһын тәҡдим иткәстәр ҙә, риза булдым. 26 йыл мәғариф өлкәһендә эшләһәм дә, мәҙәниәт миңә сит өлкә түгел. Бала саҡтан музыка мәктәбендә уҡырға теләнем. Хатта 9-сы кластан һуң музыка буйынса вокал бүлегенә уҡырға ла кергәйнем, ул саҡта тауышың балаларҙыҡы кеүек, тинеләр. 11-се класты тамамлағас, мине яҙмыш икенсе һөнәр буйынса алып китте. Шулай ҙа һәр саҡ йырлау, бейеү менән шөғөлләндем.
- Яңы өлкәлә эш башлау һеҙҙә ҡурҡыу тойғоһо уятманымы?
- Район миңә таныш, үҙем тыумышым менән Холодный Ключ ауылыныҡымын. Бөгөн эшкә беренсе көн сыҡтым. Әлегә, бәлки, аптырап та торамдыр. Әммә киләсәктә коллегаларым ярҙамында бар нәмәнең дә айышына төшөнөрмөн, тип ышанам.
Проблемаларға килгәндә шуны әйтер инем: мәҙәниәттә лә мәғариф өлкәһендәге кеүек проблемалар, тиһәм дә хата булмаҫ. Кадрҙар етмәү мәсьәләһен генә алһаҡ та, эшләйһе эштәр етәрлек. Музыка белгестәрен мәҙәниәткә генә түгел, ә мәктәптәргә, балалар баҡсаларына ла табыуы ауыр. Районда ла улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Киләсәктә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен алдан әҙерләргә кәрәк, уларҙы уҡырға ебәреп, районыбыҙға кире ҡайтарғанда бик яҡшы булыр ине. Хәҙер “Йәшлек” мәҙәниәт усағына ла кадрҙар тупларға кәрәк, юғиһә, Себер, кемеһе ҡайҙа сығып китеп бөткән бөгөн. Эш хаҡы аҙыраҡ булыу ҙа үҙенең кире ролен уйнамай ҡалмай. Хәҙер Ермолаевола ла, районыбыҙ ауылдарындағы мәҙәниәт усаҡтарында ла эштәрҙе һүндермәй, киреһенсә, тағы ла нығыраҡ тергеҙергә, тип тырышасаҡмын. Ғөмүмән, районыбыҙҙа мәҙәниәт кимәлен күтәрергә теләйем.
- Зөлфирә Ғәзиз ҡыҙы, башланғыстарығыҙ изге. Һеҙгә уңыштар теләйбеҙ.