Все новости
Ишеттегеҙме әле?
26 Марта 2019, 13:23

Адреналин тәме

Үткән аҙнала, кесе йома көндө, Өфөлә башҡорт телендә яңы КВН уйындары старт алды. Ул Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнап үткәрелде. КВН-ды ойоштороусылар миҙгел чемпионына 100 мең һум вәғәҙә итте.

Үткән аҙнала, кесе йома көндө, Өфөлә башҡорт телендә яңы КВН уйындары старт алды. Ул Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнап үткәрелде. КВН-ды ойоштороусылар миҙгел чемпионына 100 мең һум вәғәҙә итте.

КВН уйындарында Күмертауҙан составында Илсур Боҫҡанов, Юлдаш Аҡсурин, Ислам Шәмсетдинов һәм Илшат Дәүләтшин атлы егеттәребеҙ булған «Шаҡмаҡ» командаһы ла сығыш яһаны. Улар барыһын да тар-мар итеп, жюриҙарҙы һендәре ҡатҡансы көлдөрөп 14 команда араһында беренсе урынды яуланы. Беҙ уларҙы 100 мең тотоп ҡайтып килә тиһәк, алда тағы ла һынауҙар көтә икән әле, бер нисә уйындан финал була, шунда кем еңә, аҡса шуға була. Беҙ һеҙгә ышанабыҙ, шаҡмаҡтар. Ә әлегә команда капитаны Илсур Боҫҡанов «Юшатыр» менән бәйләнешкә сыҡты:

- Беҙ башҡортса КВН тарихында беренсе альтернатив юморлы команда һәм Көйөргәҙе районы менән Күмертау ҡалаһынан сыҡҡан ябай ғына егеттәр.

Еңергә кәрәк, тип кенә йөрөмәйбеҙ ул, юҡ. Шуға күрә «Миҙгел асыу, кубогын яулап, декабрҙә үтәсәк Суперкубок өсөн уйнарға 12 команда араһынан беренсе булып сығырбыҙ, тип уйламағайныҡ та. Бергә йыйылышыу, төндәр буйы көлөшә-көлөшә шаяртыуҙар уйлау, кулиса артында тороп ҡатнашыр алдынан адреналин тәмен һиҙеү, КВНдың ҙур сәхнәһендә баҫып тороу - ул бит шундай һөйләп бөткөһөҙ ҙур эмоциялар. Йәш саҡ бер тапҡыр ғына була һәм уны ошондайыраҡ рәүештә үткәрергә кәрәк ул, тибеҙ. Ваҡыт, хәл юҡ, эштәр былай ҙа күп, ҡалалар араһындағы алыҫлыҡ ҡамасаулай - улайтып торорға бер ҡасан да ярамай.

«Шаҡмаҡ». Беҙ команда ғына түгел, беҙ яҡын дуҫтар, 9-сы кластан бергәбеҙ. Уйлап ҡарағанда, әгәр шул 2015 йылда лицей эсендәге КВН-да ҡатнашырға тип, ойошмаһаҡ, бәлки, әле улай яҡын дуҫтар булып ҡалмаҫ та инек. Ошондай әйберҙәр кешеләрҙе үҫтерә, яҡынайта. Шуға беҙҙең теләк шундай: урында тик ултырғансы район һәм ҡала йәштәре бергә йыйылышып, оялып тормайынса үҙҙәренең төрлө яҡшы яҡтарын күрһәтеп, бер-береһенә ярҙамлашып, таланттарын асып: «Көйөргәҙе районының йәштәре шундай дәртле ул», - тип торһондар ине. Беҙҙең районға әүҙемлек етмәй шул. Район етәкселәренең дә ярҙамы тейергә тейеш, тип уйлайбыҙ, сөнки шунһыҙ студенттарға үҙҙәрен асыуы ауыр.

Хатта КВН ҡараған беҙҙең райондан тамашасылар ҙа бер-береһен белеп бөтмәйҙәр. Беҙгә шуны үҙгәртергә ине иҫәп. Әгәр район хакимиәте, йәштәр, ололар, бөтәбеҙ ҙә берләшһәк, төрлө матур идеялар тыуҙырып республиканы дер килтерер инек.
Читайте нас: