Һанлы телевидение – ул заман талабы. 3 июнгә тиклем теле һәм радиотапшырыуҙар һанлы форматҡа күсеп бөтөргә тейеш. Бындай телевидениеның сигналы асыҡ буласаҡ, бер ниндәй һауа торошо ҡамасауламаясаҡ икән. Бынан тыш, экрандағы сағылыштың, тауыштың күпкә сифатлыраҡ, таҙараҡ булыуын да билдәләп үтергә мөмкин.
Илебеҙҙең барлыҡ биләмәһе Рәсәй теле- һәм радиотапшырыуҙар селтәренең (РТРС) ике мультиплексы – РТРС-1 һәм РТРС-2 сигналы менән тәьмин ителергә тейеш. Һанлы телевидениены һайлаусылар абонент хаҡы түләмәйәсәк, йәғни тулыһынса бушлай 20 федераль каналды ҡарау һәм өс радиостанция тапшырыуҙарын тыңлау мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Республика халҡының 80 проценты кабель һәм спутник телевидениеға тоташтырылған. Улар бөгөндән үк бушлай 20 каналды ҡарай ала.
Әгәр ҙә һеҙҙә кабель ТВ, IPТВ йәки спутник тәрилкә икән, бының өсөн бер нәмә лә эшләргә кәрәкмәй. Яңылыҡ тик дөйөм йорт, бүлмә антенналары менән файҙаланғандарға ғына ҡағыла. Бының өсөн ике вариант бар:
1. Әгәр ҙә һеҙҙә DVB-Т2 стандарты һәм MPEG4 форматы тотҡан заманса һанлы телевизор икән, һанлы телевидениеға күсеү өсөн өҫтәмә сығымдар талап ителмәй. Каналдарҙы көйләү генә лә етәсәк;
2. Әгәр ҙә 2013 йылға тиклем телевизор һатып алғанһығыҙ икән, ул ваҡытта көнкүреш техникаһы магазинында махсус приставка һатып алырға тура киләсәк. Хаҡы мең һум тирәһе.
Иҫке телевизор булып, приставка һатып алмаһағыҙ, июндән үҙҙәренең аналоглы сигналын һүндермәгән каналдарҙы ғына ҡарай аласаҡһығыҙ. Был Башҡортостан юлдаш телеканалы (БСТ), ҡала һәм телевизион каналдар булыуы мөмкин. Башҡа каналдар урынына ҡара экран ғына күрәсәкһегеҙ. Әйткәндәй! Приставка һатып алып, үҙегеҙҙең хоҡуҡлы бушлай 20 каналығыҙҙы ҡарайһығыҙ икән, антенналарығыҙҙы ташларға ашыҡмағыҙ. Юғиһә, БСТ-ла яратҡан тапшырыуҙарығыҙҙы ҡарай алмаясаҡһығыҙ.
Һанлы телевидениеға күскән осраҡта килеп сыҡҡан етешһеҙлектәрҙе нисек бөтөрөргә, сифаты насар булһа, алынған приставка йә антеннаны нисек көйләү хаҡындағы тулы мәғлүмәттәрҙе +7(347)246-45-78 телефоны аша, йә 8-800-220-20-02 бушлай федераль номерына шылтыратып ала алаһығыҙ.
Республика етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, Башҡортостанда халыҡтың һанлы телевидение алғысын һатып алыуға киткән аҡсаларын ҡаплаясаҡтар һәм һанлы телесигнал булмаған зоналарҙа спутник антенналарын ҡуясаҡтар. Бындай ярҙам пенсияһына федераль социаль өҫтәмә түләү алған пенсионерҙарға һәм балаһына айлыҡ пособие килгән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә күрһәтелә. Бының өсөн Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәктәренең урындағы филиалдарына йәки күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк.