Все новости
Ишеттегеҙме әле?
23 Апреля 2019, 15:16

Берләштерәләр

Хәтерләһәгеҙ, элек автовокзал эсенә һыйып та булмай торғайны, тығылыш-этеш, сират тигәне бәләкәй генә бинаның ишегенә тиклем һуҙыла, береһе ҡысҡыра: Керәүлегә өҫтәмә автобус буламы, һыйманыҡ, икенсеһе: ниңә Тимербайға һаман бирмәйҙәр, ваҡыты үтеп китте лә баһа, тип ризаһыҙлыҡ белдерә. Тышта музыка яңғырай, аудиокассета һата торған киоск янында йәштәр төртөлөшә: Ласковый майҙың яңы альбомы сыҡманымы икән? Бер мөйөштә бер ауыл малайҙары йыйылған, кемеһе ҡайҙан ҡайтып килә, бына осрашҡандар ҙа шуға ҡыуанышып нишләргә белмәйҙәр, әйтерһең, ауыл клубы янында торалар.

Үтте бындай ваҡыттар, автовокзал етемһерәп ҡалды, һәр кемдә машина хәҙер, такси тигәненә лә аҡса етә - автобус тип яфаланғансы ултырҙың да киттең, өйөңдән үк килеп алып китәләр.

БР Юл хужалығы һәм транспорт комитетында яңыраҡ баш ватҡандар - пассажирҙар өсөн төҙөлгән елле-елле биналар тора, буш тора, автовокзалдар һәм тимер юл вокзалдары, шуларҙы берләштерергә кәрәк. Пассажир өсөн дә уңайлы була, автобустан төштө лә поезға ултырҙы ла китте. Күмертауҙа булған ике бинаны ла бер итергә тигән тәҡдим бар. Булһа ла булыр, оптимизация тигәнгә өйрәнеп бөттөк, тик буш ҡалған автовокзалды, мәҫәлән, нимә эшләтерҙәр икән? Сауҙа йорто булыр инде, беҙҙә улар аҙ бит, юҡһа. “Магнит” хәс монгол яуы һымаҡ - бәлки, был яңылыҡ уларҙың ҡолаҡтарына барып еткәндер ҙә әле.
Читайте нас: