Все новости
Ишеттегеҙме әле?
24 Мая 2019, 15:20

Күмертауҙа яңы башлыҡ

Күмертау кадрҙар етештереүсе заводмы ни. Бер көн генә ҡала хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Наталья Лапшинаның Өфөгә, мәҙәниәт министрлығына, министрҙың беренсе урынбаҫары булып китеүе хаҡында белгәйнек.

Күмертау кадрҙар етештереүсе заводмы ни. Бер көн генә ҡала хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Наталья Лапшинаның Өфөгә, мәҙәниәт министрлығына, министрҙың беренсе урынбаҫары булып китеүе хаҡында белгәйнек. Икенсе көнөнә тағы бер яңылыҡ: ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев та эшенән китеп барған. Уның урынына ошоға тиклем КүмАПП директоры урынбаҫары булып эшләгән Олег Фролов ваҡытлыса тәғәйенләнгән.

Ҡала Советы кәңәшмәһендә Борис Владимирович үҙе менән бергә эшләгән командаға рәхмәт әйтте һәм Күмертауҙың үҫеше эштәре буйынса туҡтап ҡалмаҫҡа, алға табан барырға өндәне. Шулай уҡ ул үҙенең яңы вазифаһында ла Күмертау етәкселәренә булышлыҡ итәсәге хаҡында белдерҙе.
Читайте нас: