Борис Беляев ҡала хакимиәте башлығы вазифаһынан үҙе теләп киткәс, ҡайҙа бара, нимә эшләй икәнен әйтеп тормағайны. Тик халыҡтан йәшереп буламы ни, шунда уҡ Хөкүмәткә бара, тинеләр. Имеш-мимеш дөрөҫкә сыҡты, Борис Владимировичҡа БР Торлаҡ коммуналь хужалығы министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуҙы йөкмәттеләр, был пост шулай уҡ вице-премьер тигән исем менән дә бергә йөрөй. Ошоға тиклем был урында ултырған М. Киреев яңыраҡ ҡына арабыҙҙан киткән А. Әхмәтхановтың вице-премьер урынын аласаҡ.
- Күмертау башлығы булып эшләгән дәүерендә Б. Беляев яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте, - тип маҡтаны беҙҙең элекке башлыҡты Р. Хәбиров, -шулай булғас, беҙҙең команданы ул тағы ла көсәйтер, тип ышанабыҙ...
Борис Беляев фотоларында бик йыш баш бармағын күтәреп төшөргә ярата. Уның эштәре шул күрһәткән бармаҡ һымаҡ шәп барһын, тип теләйбеҙ.