Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан ғына районда ҡыуаныслы ваҡиға булды. Ҡалта ауылынан Алик һәм Әлфинә Йомаевтарҙың игеҙәк сабыйҙары донъяға ауаз һалды. Бәхетле ата-әсә игеҙәктәргә Арыҫлан һәм Аделина тигән исем биргәндәр. Әлеге көндә бәпестәр әсәйҙәре менән балалар табыу йортонда. Уларҙы түҙемһеҙләнеп Камилла апайҙары көтә. Камилла Күмертауҙың 10-сы мәктәбенең 3-сө класын тамамлаған. Әлфинә Йомаева менән бәйләнешкә сығып, уның һәм сабыйҙарҙың хәлен белештек.
- Игеҙәк балалар менән ауырыраҡ инде, әлбиттә, әммә ҡыуанысыбыҙ ҙа икеләтә күберәк. Әле балалар табыу йортондабыҙ, шәфҡәт туташтары ярҙам итеп тора. Мин үҙем Ҡалта ауылынан, тормош иптәшем Күгәрсен районынан. Әлеге көндә Күмертау ҡалаһында йәшәп ятабыҙ. Үҙем парикмахер булып эшләнем, иптәшем - дальнобойщик, - ти Әлфинә.
Йомаевтар ғаиләһенә именлек-һаулыҡ, сабыйҙарҙың ата-әсәләренә шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына бүләк итеүен теләп ҡалабыҙ.
Әйткәндәй, быйылғы йылда ғына районда 3 пар игеҙәк балалар донъяға килгән.