Ултырып һөйләшеүгә ни етә? В ногах правды нет, ти халыҡ. Шуға бөтә ерҙә көн дә ниндәйҙер ултырыштар үтә, эшлекле һөйләшеүҙәр була. Ултырып һөйләшеү өсөн уңайлы урын булыуы мотлаҡ. Күмертауҙа ҙур конгресс-зал бар. Ә бына районда йүнле урын юҡ. Хакимиәттең ҙур залы һәйбәт тә, тик ул барыбер типә-тиң, асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә этәрмәй, кемдер өҫтә ултыра, кемдер аҫта. Ошоно уйлап, район башлығы инициативаһы менән, Хакимиәттең беренсе ҡатында эшкә егелмәй торған буш урынды Һөйләшеүҙәр залы итеп йыһазландырырға булдылар. Бында тиҙҙән матур яҡты лампочкалар ҡуйылыр, ярымтүңәрәк өҫтәл дә ултыртылыр, уңайлы йомшаҡ ултырғыстар, интернет, микрофондар, кондиционер - иркенләп һөйләшеү өсөн тағы нимә кәрәк, барыһы ла булыр.
Эшлекле һөйләшеүҙәр өсөн зал булыр, бында үтәсәк әңгәмәләр ҙә эстәлекле, һөҙөмтәле булыр, тип ышанабыҙ.