Все новости
Ишеттегеҙме әле?
27 Августа 2019, 11:38

Берҙе өскә бүлгән

Коррупция, ришүәтселекте бөтөрәм тип нимә генә уйлап тапмайҙар. Дәүләт һатып алыуы тигәне лә ошо зәхмәткә ҡаршы көрәшеүгә ҡоролған: учреждение нимәлер һатып алыр булһа, уны конкурсҡа ҡуя, кем аҙыраҡ түләй, конкурсты шул ота.

Коррупция, ришүәтселекте бөтөрәм тип нимә генә уйлап тапмайҙар. Дәүләт һатып алыуы тигәне лә ошо зәхмәткә ҡаршы көрәшеүгә ҡоролған: учреждение нимәлер һатып алыр булһа, уны конкурсҡа ҡуя, кем аҙыраҡ түләй, конкурсты шул ота. Тик беҙҙең халыҡты алдап ҡара, дәүләт һатып алыу тигәненән дә ҡаса алабыҙ. Күмертау дауаханаһы ана ҡалайтҡан. 300 меңлек медицина кәрәк-ярағын һатып алырға кәрәккәс, был һанды өскә бүлә лә конкурсһыҙ ғына һата ла ала (тауар хаҡы 100 меңдән артмаһа, конкурс үткәреү талап ителмәй). Әлбиттә, был өс килешеү ҙә тик бер генә предприятие менән төҙөлгән була. Барыһы ла һәйбәт, шыма ғына барған була, тик бына хәҙер килеп, прокуратура был хаҡта белеп ҡалған. Хәҙер Күмертау дауаханаһында эшләгән ниндәйҙер бер хеҙмәткәрҙе яуапҡа тарттыралар, ти. Кемдер бер кеше үҙе генә берҙе өскә бүлеп ултырған, күрәһең.
Читайте нас: