Все новости
Ишеттегеҙме әле?
6 Сентября 2019, 11:13

Малдар ҙа, ветеринар ҙа ҡыуана

Табип кешене дауалаһа, мал врачы бар кешелекте дауалай, тиҙәр. Беҙҙең район ветврачтары, улайға киткәс, барлыҡ Көйөргәҙе халҡын ҡотҡара килеп сыға.

Табип кешене дауалаһа, мал врачы бар кешелекте дауалай, тиҙәр. Беҙҙең район ветврачтары, улайға киткәс, барлыҡ Көйөргәҙе халҡын ҡотҡара килеп сыға. Ысынлап та, улар ныҡ шәп эшләй, был эштә илке-һалҡы йөрөп булмай, оҫталыҡ, белем генә түгел, һиҙгерлек булыуы ла мотлаҡ. Хайуан бит кеше һымаҡ, минең был ерем ауырта, тип әйтә алмай. Мораптал ветврачтары был йәһәттән ныҡ шәптәр - белем дә етерлек, тойом да көслө. Уларҙың шулай ныҡ оҫта икәнен белеп, БР Ветеринария идаралығы Мораптал мал врачтарына 100 мең һумлыҡ сертификат бүләк иткән. Афарин, тибеҙ уларға.

Әйткәндәй, Киров исемендәге хужалыҡ та үҙҙәренең ветеринарҙарына бик кәрәкле махсус автомобиль һатып алғандар. «Был машина мал ҡураларын һәм малдарҙы дезинфекциялау өсөн ҡулайлы. Ветеринарҙарыбыҙ эш башлап та ебәрҙе. Улар әлеге көндә мал ҡураларын ҡышҡылыҡҡа әҙерләү эштәре менән мәшғүл. Шулай уҡ махсус машинабыҙҙы ярҙамға«А7-Агро» хужалығына ла биреп торҙоҡ әле. Махсуслаштырылған бындай автомобилдәр бик ҡыйбат, 2 млн ярым һум тора. Ветстанцияға яңы машиналар ҡайтҡас, беҙ уларҙың 2002 йылғы иҫке машинаһын 218 мең һумға һатып алдыҡ», - тип ҡыуанысы менән бүлеште Киров исемендәге хужалыҡ рәйесе Дамир Таһир улы Байгилдин.
Читайте нас: