Все новости
Ишеттегеҙме әле?
20 Сентября 2019, 17:38

Морапталдар - «Алтын бишек»тə

Нимә-нимә, морапталдар халыҡ йолалаларын, телде ныҡ ҡәҙерләп һаҡлай. Уларҙың тап ошондай халыҡ булыуын, Яңы Мораптал ауылының «Алтын бишек» конкусында ихлас ҡатнашыуы асыҡ әйтеп тора. Үткән аҙнала уларҙы Башҡортостан телевидениеһынан килеп төшөрөп киттеләр. Морапталдар Өфө ҡунаҡтарына «Ҡаҙ өмәһе»н күрһәткән, телевидение хеҙмәткәрҙәре ауыл балаларын, матур ғаиләләрҙе төшөргән. Шулай уҡ Киров исемендәге хужалыҡҡа ла һуғылмай китмәгәндәр.

«Алтын бишек» конкусы 10 октябрҙә тамамлана. Еңеүсене елле бүләк - Русич тракторы көтә. Бәләкәй генә ул, хәс уйынсыҡ трактор һымаҡ, шулай ҙа ауыл ерендә ундай-бындай эшкә ярап ҡалыр ине. Ә бының өсөн конкурста беренсе урынды яуларға кәрәк. Уңыштар һеҙгә, морапталдар, тракторлы булырға яҙһын!

Т. ЮЛАМАНОВ
Читайте нас: