Все новости
Ишеттегеҙме әле?
25 Октября 2019, 12:25

Яңы завод пәйҙә буласаҡ

Күмертауға сираттағы инвесторҙар — Ҡытай Халыҡ Республикаһының «Дасян — стройматериалы» компанияһы вәкилдәре.
Ҡала халҡы ҡунаҡтарҙы йылы ҡаршы алды һәм беҙҙең милләттә булған шәп сифаттарҙы — ҡунаҡсыллыҡты һәм милләт-ара татыулыҡты күрһәтергә тырышты. Беҙҙекеләр Ҡытайҙан килгән вәкилдәрҙе Күмертау ҡалаһының мәҙәниәтен һәм традициялары менән таныштырҙы. Ҡунаҡтар «Сапсан-Арена» Боҙ һарайына барып, тәү тапҡыр конькиҙа шыуып ҡаранылар. Шулай уҡ улар Күмертауҙың тәүге резиденты булған Майэкстракция заводының «Элеватор» йәмғиәте эше менән яҡындан танышты.
Был көндө ҡалала тантаналы рәүештә тиҙҙән төҙөләсәк фиброцемент плиталар етештереү буйынса завод урынының төҙөлөш майҙансығы асылды. Проекттың планлаштырылған инвестициялар күләме 2 миллиард һум тәшкил итә. Предприятие 320 яңы эш урыны булдырмаҡсы. Төҙөләсәк заводта етештергән продукцияны төҙөлөштөң бөтә өлкәһендә һәм интерьер өсөн ҡулланырға мөмкин буласаҡ.
Заводты 2020 йылдың I кварталынан төҙөй башлау планлаштырыла, ә уның эшмәкәрлеге 2021 йылдың IV кварталынан башланыуы күҙаллана.
Р. ҒӘЛИЕВА
Читайте нас: