Все новости
Ишеттегеҙме әле?
15 Ноября 2019, 12:14

Бейеү театры көтә

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Бейеү театры "Мәңге балҡы, Башҡортостан" программаһы менән 20 ноябрҙә “Күмерселәр” мәҙәниәт һарайында сығыш яһаясаҡ.
Сағыу тамаша республикабыҙың 100 йыллығына арнала. Бейеү теле – ул һәр кемгә аңлайышлы, унда илебеҙ тарихы, халҡыбыҙҙың батыр улдары, һылыу ҡыҙҙары, тыуған яғыбыҙҙың тәбиғәте сағыла. Был концертта ла тамашасыларҙың күңелен арбарҙай төрлө халыҡ бейеүҙәре тәҡдим ителәсәк. Бар булмышын бейеү сәнғәтенә бағышлаған, ошо өлкәлә оҙаҡ йылдар эшләп тамашасыларҙың оло һөйөүен һәм ихтирамын яулаған бейеү оҫталары менән осрашып, күңелегеҙгә матур ял алып ҡайтырһығыҙ.
Бейеү театрына 1991 йылда билдәле балетмейстер Хәлил Ишбирҙин нигеҙ һала. Тәүге көндәрҙән үк коллектив, башҡорт халыҡ хореографияһы өлкәһендә сағыу стиле, ата-бабаларыбыҙҙың бай мираҫына, изге йолаларына мөрәжәғәт итеүе менән халыҡ һөйөүен яулай. 2004-2014 йылдарҙа бейеү театрын Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов етәкләй. Коллектив Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә башҡорт бейеү сәнғәтенең данын күтәрҙе. 2018 йылдан бейеү театрының баш балетмейстеры итеп Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльвира Дауытова тәғәйенләнде. Уның “Аҡҡош тоғролоғо”,“Ҡымыҙ бешеүселәр”, “Беләҙек”, “Ағиҙел тулҡындары” хореографик композицияларын халыҡ яратып ҡарай. Талантлы артистар Сулпан һәм Рудамир Басировтар, Самат Ишемғолов, Дилә Ҡашҡарова, Динар Хисмәтуллин, Альберт Килмәков, Лилиә Зарипова, Рита Усманова - коллективтың ышаныслы киләсәге.
20 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә Күмертауҙа үтәсәк сағыу тамашаға ла артистарыбыҙ билдәле хореографик композициялар әҙерләне. Барығыҙҙы ла ҡала мәҙәниәт һарайында көтөп ҡалабыҙ!
Читайте нас: