Элек пионерға, мәҫәлән, алһалар нисек булды? Муйынға ҡыҙыл галстук тағылыу менән һин донъялағы иң тәртипле уҡыусыға әйләнергә тейешһең. Һәйбәт уҡырға, тәртип боҙмаҫҡа, башҡаларға бөтә яҡтан өлгө булырға. Абдул ауылы районда иң айыҡ ауыл тигән титул алды. Был бик юғары дәрәжә, эш былайға киткәс, ауылға кергән ергә знак та ҡуйғандар, ана. Ситтән килгән кеше күреп-белеп торһон - был ауылда араҡыны ауыҙға алмайҙар, уны яратмайҙар, күрә алмайҙар хатта. Абдулдарҙың муйынына, шулай итеп, ҡыҙыл галстук тағылды. Анттар әйтелде, борғолар уйналды, барабандар ҡағылды. Алда - башҡаларға өлгө булған тормош көтә. Һеҙҙе күреп, бүтәндәр ҙә юл буйҙарына ошондай знак ҡуйыу кимәленә барып етерҙәр, иншалла.