Все новости
Ишеттегеҙме әле?
17 Декабря 2019, 11:35

Көйөргәҙе йыраусылары һынатманы

Башҡортостанда тәүге тапҡыр халыҡ йырҙары башҡарыусыларының һәм этник музыка (йырау) ижад итеүселәрҙең төбәк-ара «Йырау» конкурсы уҙҙы.

Башҡортостанда тәүге тапҡыр халыҡ йырҙары башҡарыусыларының һәм этник музыка (йырау) ижад итеүселәрҙең төбәк-ара «Йырау» конкурсы уҙҙы.
Ижади бәйге VI Бөтә донъя Фольклориадаһын үткәреүгә әҙерлек сиктәрендә үтте. Конкурста Ҡурған, Ырымбур өлкәләренән, Мәскәүҙән һәм Башҡортостандан килгән 36 халыҡ йырҙарын башҡарыусы һәм этник музыка ижад итеүсе ҡатнашты. Фестивалдә шулай уҡ ижади лабораториялар һәм йәш дизайнерҙарҙың этник кейемдәре күргәҙмәһе эшләне.
«Йырау» конкурсында Гран-при һәм 50 мең һумлыҡ сертификат Бөрйәндән Сәлимә Ғарифуллинаға бирелде. Беҙҙең райондан ҡатнашҡан Мәрйәм Юлдыбаева (ҡурайҙа Азамат Туйгилдин) 2-се дәрәжә лауреат исеме һәм 7 мең һумлыҡ сертификат яулап алып ҡайтты. Районыбыҙ артистарын уңышлы сығыштары менән ҡотлайбыҙ һәм яңы ижади уңыштар теләйбеҙ! Афарин!
Читайте нас: