Все новости
Ишеттегеҙме әле?
3 Января 2020, 12:50

Ер тишегенә инерҙәй булмаһын

Яңы йыл төнө мажараһыҙ булмай торған, иртәгәһенә көлөп иҫкә алырлыҡ хәлдәр була, бик йыш ныҡ оят булған мәлдәре лә була: хәтерләйһеңме кисә нимә эшләнең, тип һораһалар, бик эшләп етмәгән башты эшләтеп, нимә булғанын иҫкә төшөрһәң, хет шунда уҡ ер тишегенә ин дә кит мәлдәр ҙә булғылай.

Күмертауҙа Яңы йыл төнөндә, дөрөҫөрәге, таңында Көйөргәҙе районы егете, ныҡ ҡына байрам итеп алғас, йәйәү йөрөгөһө килмәй башлай. Урамда матур ҡыш, һәр ерҙә байрам кәйефе һиҙелә, нимә тип ул тәпәйләп китеп барырға тейеш әле тип уйлай ҙа, Ленин урамында ултырған ВАЗ 2112 автомобиленә күҙе төшә. Ошо машинаға ултырып елдертеп алғанда шәп булыр ине, аяҡтар ҙа тотмай башланы, юғиһә, тип уйлап ала егет. Егет кеше бер нимәне башына алһа, уны өҙмәй ҙә ҡуймай еренә еткереп ҡуйырға тейеш. Нисектер автомобилде аса, ҡыҙҙыра һәм, артынан ҡар бураны уйнатып, Күмертау урамдарын бер итеп сығып та китә. Машина хужаһы, байрам итһә, мөлкәте юҡлығын тиҙ генә абайламаҫ, тип уйлай ахры ауыл егете, тик хужа машинаһы юғалыуын шунда уҡ белә һәм полицияға хәбәр итә. Ел. ерәнем, егетеңде, еткер ел етмәҫ ергә, тип йырҙар йырлап барған машина ҡарағын Болон урамында тоталар. Шулай итеп, ел етмәҫ ергә бара алмай ҡала, уның ҡарауы, был ҡылығы уны аяҡтары тартмаған башҡа ерҙәргә алып барып етеүе бар. Егеткә ҡарата енәйәт эше асылған.
Читайте нас: