Все новости
Ишеттегеҙме әле?
21 Января 2020, 11:40

75 ЙЫЛЛЫҠҠА - 75 МЕҢ ҺУМ!

Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм уларға тиңләшеүсе категорияларға 75-әр мең һум, ә тыл хеҙмәтсәндәренә - 50-шәр мең һум. Рәсәй Президенты Владимир Путин Санкт-Петербургта ветерандар менән осрашыуҙа шулай тип вәғәҙәләне.

Ошоғаса Еңеү көнөнә ветерандарға һәм тыл хеҙмәтсәндәренә түләү күләме башлыса 10 һәм 5 мең һум ине.
Шуны ла әйтке килә: Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың иң кеселәренә — һуғыш тамамланған саҡта 16 йәшен тултырыусыларға быйыл 91 йәш туласаҡ. Бөгөнгө көндә Рәсәй буйынса 80-90 мең һуғыш ветераны иҫәпләнә. Иҫәпләп ҡараһаң, Еңеү көнөнә барлығы 7 миллиард һум аҡса таратыласаҡ.
Шулай уҡ беҙ Көйөргәҙелә һәм Күмертауҙа нисә һуғыш ветераны һәм тыл хеҙмәтсәндәре булыуы хаҡында район ветерандар советы рәйесе Михаил Лященконан һәм ҡала ветерандар советы рәйесе Закир Әкбәровтан белештек. Улар белдереүенсә, бөгөнгө көндә Күмертауҙа 18 Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы һәм 400-ҙән ашыу тыл хеҙмәтсәне көн итә. Көйөргәҙе районында иҫән ҡалғандарҙан — 4 кенә һуғыш ветераны һәм 147 тыл эшсәне.

Читайте нас: