Бына инде нисәмә йыл зарығып көткән кәрәҙле бәйләнеш вышкаһы ҡайтып килә. Кәрәҙле бәйләнеш булдырабыҙ тип ҡайҙа ғына, кемгә генә мөрәжәғәт итмәне улар. Тиҙҙән бахмуттар ҙа кешесә йәшәй башлаясаҡ, өйҙә ятып ҡына әллә ҡайҙа ятҡан туғандарының хәлен белә, аралаша аласаҡ.