Зыян күреүсе ир әйтеүенсә, ятаҡ эргәһендә уға ике ир кеше осрай. Был таныш булмаған кешеләр баш төҙәтергә аҡса биреп торорға һорайҙар. Ир уларҙы коньяк менән һыйларға була. Бергәләшеп өй артына барып эсәләр. Бер заман тегеләрҙең береһе кеҫә телефонын һорай. Һәм, һиҙҙермәй генә, был гаджеттан таныш ҡатын-ҡыҙға 8000 һум тирәһе аҡса күсергәс, кире бирә. Һуңғараҡ, ир-егеттәрҙең икенсеһе лә, кем менәндер бәйләнешкә сығам тип, телефонды алып тора. Ир йоҡлап киткәс, был икәү гаджетты һүндереп, урындан юҡ булалар.
158-се статья һәм 159-сы РФ енәйәт кодексына ярашлы, был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Артабанғы урлауға бәйле инцидент фатирҙа булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Күмертау ҡалаһында йәшәүсе 36 йәшлек ҡатын, 34 йәшлек ир менән иҫерткес эсемлектәр эскәндән һуң, 20 меңлек телефонынан ҡолаҡ ҡаға яҙа. Гаджетты урлаусы, бығаса күп тапҡыр ғәйепләнеүсе, уның күршеһе була. Ҡатын йоҡлап киткәс, ул гаджетты алып ҡаса, һәм үҙенең улына бүләк итә. Аҙаҡ, бер ни ҙә булмағандай, күрше ҡатынға кире килә.
Әммә, атай бүләгенең ҡыуанысы оҙаҡҡа булмай. Кеҫә телефонын полиция законлы хужабикәһенә кире ҡайтара. Урлау буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Тулы материал 75-се һанда.