К. Маркс урамындағы тимер юл аша юлды асасаҡтар. Элекке һымаҡ булмай юл, тимер юлдың өҫтөнән, күпер һымаҡ төҙөлгән юл була. Контракттың хаҡы — 36,3 млн һум. Проект эштәре декабрь айына бөтөргә тейеш. Аҡса республика бюджетынан бүленәсәк.
Туҡталып ҡалғандай тойолған эш урынынан ҡуҙғалды, күпкә түҙгәнде аҙға түҙербеҙ, тиҙҙән урау юлды онотоп, тураға ғына һуҡтырырбыҙ, Үткәнендәге һымаҡ барыһы ла ҡағыҙҙа тороп ҡалмаҫ, тип ышанабыҙ.