Мин халҡымды, ауылымды ныҡ яратам, беҙҙә насар кеше йәшәмәй, нимә генә тиһәң дә. Бер үҙем донъя көтәм, шуға ла, бәлки, эшемә ныҡ бирелгәнмендер. Беҙҙең силсәүиткә ҡараған Молокан, Санйын, Ҡунаҡбай ауылдарын уйлап та биргән кеше юҡ, дөрөҫөн әйткәндә, мин көн дә шылтыратам: утығыҙ бармы, һыуығыҙ туҡтаманымы?