Нурия Шәрипова, Бахмут ауыл биләмәһе башлығы:
- Ялған араҡы һатыусылар һеҙҙә бармы, тип... Тормош уларһыҙ бармай, бар, әлбиттә. Күп түгел, 2-3 кеше һата. Ҡаланан алып килеп ҡалдыралар ҙа, былары шулай кәсеп итә, эштәрен эшләткән өсөн эсереп ебәрәләр, ныҡ һораған кешегә бурысҡа ла биреп ебәрәләр. Һәр ауылда ла кем һатҡанын барыһы ла яҡшы белә, Бахмутта ундайҙарға әллә нисә рәт штраф һалынды. Эш унда түгел бит. Һатҡанын тотоуы ҡыйын, хакимиәттәрҙең был яҡтан ҡулы ҡыҫҡа, полиция ныҡлы эшләргә тейеш. Совет заманын хәтерләгеҙ, самогон һатҡандарҙың йортона керә лә китә, фләктәрен тартып ала инеләр, халыҡ ҡурҡып торҙо. Хәҙер кешенең йортона ла инергә ярамай. Был яңы алым (кешенең шылтыратып әйтеүе), белмәйем, ниндәй файҙа килтерер, властар ҙа уға аптыраған көндән барғандыр – ялған араҡыны бөтөрөп булмай бит.