Все новости
Ишеттегеҙме әле?
2 Декабря 2020, 17:28

Ҡансыранан тура Дубайға

"Юшатыр", бер кеше Дубайға барып ҡайтҡан икән, тип яҙыуы булды, бер нисә кешенән әр ишеттек: белеп ҡалмаһындар тип былай ҙа йәшенеп йөрөйөм, ә һеҙ... Баҡһаң, арабыҙҙа хәллеләр байтаҡ икән, әллә нисә кеше Көйөргәҙе йылғаһы буйында түгел, ҡош та осоп барып етмәҫ ерҙәргә барып ял иткән. Дубайҙы дубайлап ҡайтҡандарҙы аңларға була ине, өркәләр инде, Ермолаево башлығын тап шулай, ҡояшта ҡыҙынып ҡайтҡандан һуң, эшенән алдылар ҙа ташланылар.

Ҡыш аҙағы - яҙ башында, хәтерләһәгеҙ, аҙыраҡ ошо төркөмдә (шылтыратып та әрләнеләр) шау-шыу булып алғайны. Район-ҡаланан кемдер Дубайға осҡан, әҙәмсә ял итергә. Ҡояшта ҡыҙынып, диңгеҙҙе күреп, күңеле булғанса фотолар яһап ҡайтып төшһә - бында коронавирус. Әле генә йылмайып торған кешенең шунда уҡ һөмһөрө ҡойолдо: бында шпиондарҙы эҙләгән һымаҡ, кем йылы яҡта булған, шуларҙы эҙәрлекләү башланды. Юшатыр, бер кеше Дубайға барып ҡайтҡан икән, тип яҙыуы булды, бер нисә кешенән әр ишеттек: белеп ҡалмаһындар тип былай ҙа йәшенеп йөрөйөм, ә һеҙ... Баҡһаң, арабыҙҙа хәллеләр байтаҡ икән, әллә нисә кеше Көйөргәҙе йылғаһы буйында түгел, ҡош та осоп барып етмәҫ ерҙәргә барып ял иткән. Дубайҙы дубайлап ҡайтҡандарҙы аңларға була ине, өркәләр инде, Ермолаево башлығын тап шулай, ҡояшта ҡыҙынып ҡайтҡандан һуң, эшенән алдылар ҙа ташланылар.
Дубайға барҙым тип әйтеүе генә анһат, бик бай булмаһаң, кредит алырға йәки, ауыҙҙан өҙөп, йыл буйы аҡса тупларға кәрәк. Бик булмаһа, ауылдағы атайыңдан, пенсияңды бир әле,тип һорарға кәрәк. Загранпаспорты ла кәрәк.
Аллаға шөкөр, хәҙер бындай бәләләр бөттө. Һәр хәлдә Ҡансырала йәшәгәндәр өсөн бөттө. Бөгөндән Ҡансыранан Дубайға туранан-тура автобус йөрөй. Хаҡы ныҡ арзан - 20 һум ғына. 40-сы маршрут газеле диңгеҙ ярына тиклем алып барып ҡуя, юл ыңғайы саунаға ла кереп сығырға мөмкин. Был автобус менән йылы яҡҡа барып ҡайтһаң, һине изоляцияға ла һалмайҙар, эшеңдә лә бәйләнмәйҙәр, имеш.
Читайте нас: