Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
1 Ғинуар 2021, 02:00

ФОРМАЛЬ ЯУАПТАР КӘРӘКМӘЙ

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указға ярашлы, дәүләт киң мәғлүмәт саралары, нәшриәттәр, киностудиялар, коммуникация технологияларын үҫтереү һәм элемтә предприятиелары дәүләт предприятиелары«Башинформ» акционерҙар йәмғиәте аҫтында берләшә. Уның Директорҙар советы рәйесе итеп яҡташыбыҙ, Күмертау егете Ростислав Мырҙағолов тәғәйенләнде.

“Башинформ” йәмғиәте етәксеһе әйтеүенсә, власть менән халыҡ араһындағы бәйләнеш системаһын булдырыуҙа республиканың барлыҡ дәүләт һәм муниципаль структуралары ҡатнашасаҡ. Бында төп маҡсат - мәғлүмәт алышыу ғына түгел, ә яуаплы кешеләрҙең йәмғиәттең һорау-талаптарына нигеҙләнеп, булған проблемаларҙы хәл итеү өсөн тиҙ арала ҡарар ҡабул итеүендә.

Әгәр, һеҙҙең йорт янында берәй кәрәкмәгән соҡор бар икән, был миҫалда система былайыраҡ эшләйәсәк. Һеҙ был проблема тураһында республика Башлығына, граждандар мөрәжәғәте буйынса муниципаль хакимиәт башлығына, интернет селтәренә йә киң мәғлүмәт сараларына яҙа алаһығыҙ. Чиновниктарға яңы талаптарға нигеҙләнеп эш алымдарын үҙгәртеү өсөн ҡыҫҡа ваҡыт бирелә, формаль яуаптар ҡабул ителмәй, тип хәбәр итәләр “Башинформ” агентлығында.

Тәүге яуаптары өсөн өс сәғәттән 24 сәғәткә тиклем ваҡыт бирелә. Яуап яҡынса, белгестәр проблема менән танышыр өсөн урынға сыҡтылар, кеүегерәк яңғырарға тейеш. Аҙаҡ тулыраҡ, мәҫәлән, соҡор ямалды, башҡарылған эштең фотоһы бар, йә әлегә эшләп булмай, шулай ҙа 14 көн эсендә проблема хәл ителәсәк, тигәнерәк яуап өсөн тағы ла һигеҙ тәүлек биреләсәк.

Проблеманы хәл итеү юлдары асыҡ буласаҡ, шулай уҡ киң мәғлүмәт сараларында ла яҡтыртылыуы ихтимал, тигән Ростислав Мырҙағолов.

Проблемаларҙы хәл итеүҙәренә, башҡарылған эштәрҙең сифатына ҡарап дәүләт һәм муниципаль власть органдарының рейтингы төҙөлә. Бындай технологиялар Рәсәй Президенты Хакимиәте етәкселегендә эшләнгән һәм илдең эре төбәктәрендә уңышлы тормошҡа ашырыла башлаған.
Читайте нас