Юшатыр
+14 °С
Дождь
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Ишеттегеҙме әле?
21 Апреля 2021, 03:17
Зирәк тауыҡ хужалары
Сүбең күбәйеп, уны ташларға урын таба алмаһаң, нимә эшләргә? Беҙҙең халыҡ - зирәк халыҡ, оҙаҡ баш ватып тормай, шунда уҡ уңайлы юлын таба. Ҡунаҡбайҙа берәүҙәр тауыҡ алған. Түшкәләрен. Һатырға. Алыуын алған да, ҡоштарҙы һатырға рөхсәт булмаған, ашамлыҡ бер секундта сүпкә әйләнгән - уларҙың бөтәһен дә үҙең ашап бөтә алмайһың да - ҡытҡылдай башлауың да ихтимал.
.
Зирәк тауыҡ хужалары ауыл ситендә соҡор ҡаҙа ла, түшкәләрҙе шунда ташлай. Нет тела - нет проблем. Тик бындай эште нисек кенә тәрәнгә күммә, барыбер беленә. Беләләр. Полиция , ветеринария килеп етә һала, билдәле, ауыл хакимиәте лә соҡор янында аптырап баҫып тора.
Әле тикшереү бара, кем, ниңә, ни өсөн икәне тиҙҙән асыҡланыр. Ауыртмаған башҡа тимер таяҡ - ауыл хакимиәте төнө буйы бында ҡарауыл ҡуйырға мәжбүр булған, этме, кем түшкәләргә тейеп ҡуймаһын, зарар таралыуы ихтимал.
Гәзиттә был турала материал тулыраҡ булыр.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"