Ишеттегеҙме әле?
28 Май 2021, 06:53

Һабантуй 5-дә булмай!

Кисә генә бар донъя шауланы - быйыл, ниһайәт, Һабантуйҙар үткәрергә рөхсәт иттеләр. Даталары ла билдәле. Дөрөҫ, бер нисә район ғына уңманы, коронавирус күп тип, уларҙа байрам үткәрергә рөхсәт итмәнеләр. Беҙҙә була тинеләр- 5 июндә.

Кисә генә бар донъя шауланы - быйыл, ниһайәт, Һабантуйҙар үткәрергә рөхсәт иттеләр. Даталары ла билдәле. Дөрөҫ, бер нисә район ғына уңманы, коронавирус күп тип, уларҙа байрам үткәреүҙе тыйҙылар.
Беҙҙә була тинеләр- 5 июндә.
Был яңылыҡ бер яҡтан ҡыуандырһа, икенсе яҡтан шомға һалды: аҙ ғына ваҡыт ҡалды, нисек өлгөрөрбөҙ? Һабантуй тип әйтеүе генә анһат, уға күпме сығым кәрәк. Кисә район хакимиәтендә баш ватты-ваттылар ҙа, ҡарар иттеләр: өлгөрмәйбеҙ, Һабантуйҙы күсерергә кәрәк. Үргә хат китте, фәлән-төгән, хәлдәр шулайыраҡ, әйҙәгеҙ, күсерәйек әле байрамды? Нисәһенә? 19 булһа, шәп булыр. Ярар.
Шулай итеп, район Һабантуйы 19 июндә була.
Фотола сәхнә, яңы ғына Йәшлек мәҙәниәт һарайы һатып алған ҡыйбатлы сәхнә. https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_52496 Ул йыйылып бөткән инде, тик сәхнә менән генә һабантуйҙы үткәреп булмай ҙа. Көтәбеҙ, көтөп алған байрам шәберәк була ул.
Читайте нас