Күмертауҙа 24 мең ярым самаһы пенсионер йәшәй, ҡаланы тап оло йәштәгеләр өсөн ҡулай ҡала тиҙәр: тыныс, бөтә нәмә эргәлә генә. Бынан ары Пенсия фонды йырағыраҡ булыр - ул Мәләүезгә күсә. Урында клиент базаһы ғына ҡала, 7 кеше ҡыҫҡартыла. Соцобес күптән инде Мәләүезгә төйәкләнде, почта ла шунда ҡуҙғалды һәм бына Фондҡа ла сират етте. Район Пенсия фондына ла шылтыраттыҡ, Миханов абзыйҙың яуабы ҡыҫҡа, ҡоро булды (шулай ҙа ул ҡыуандырҙы): беҙгә теймәйҙәр.