Ишеттегеҙме әле?
25 Июня 2021, 08:03

Көлөп йәшәргә булһын

Беҙҙе барыһын да тиҙ беләһегеҙ тиһәләр ҙә, ҡулдар, күҙ-ҡолаҡ, башҡа ағзалар бөтәһен дә тиҙ генә тоймай башланы ахры.

Беҙҙе барыһын да тиҙ беләһегеҙ тиһәләр ҙә, ҡулдар, күҙ-ҡолаҡ, башҡа ағзалар бөтәһен дә тиҙ генә тоймай башланы ахры - Әлфиә Зыкованың Ишембай ҡалаһы хакимиәтенә башлыҡтың финанстар буйынса урынбаҫары - финанс идаралығы начальнигы булып киткәнен белмәй ҡалғанбыҙ.
- Районға кире ҡайтығыҙ, - Һабантуйҙа күргәндә, ошолай өндәшкәйнек Әлфиә Әҡсән ҡыҙына, - әйтерһең, был беҙҙән тора.
- Булманы инде, башҡа районға киттем тинеме, әллә китәм тинеме, тауыш араһында аңламай ҡалғайныҡ, ул, баҡһаң, киткән булып сыҡты - Ишембайға.
Бөгөн Ә. Зыковаға шылтыраттыҡ.
- Барыһы ла һәйбәт, Ишембай ҙур - ҡала ла, район да инә, ҡолас киреп эшләрлек, - Әлфиә Әҡсән ҡыҙы, һәр ваҡыттағыса, ҡысҡырып көлә, тимәк, ысынлап та эштәре насар түгел, ошондай һығымта яһаныҡ, - урындағы халыҡ нисек ҡабул итте, кем белә уныһын, яҡшы шикелле.
Беҙ Әлфиә Зыковаға уңыштар теләнек (беҙҙең райондан Ишембайға эшкә киткән икенсе кеше ул - ташып бөтөрөләр инде үҙҙәрен), һәр ваҡыт әлегеләй көлөп йәшәргә булһын һеҙгә.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас