Ишеттегеҙме әле?
6 Июля 2021, 10:59

Яңыһы кем булыр?

Ул был уҡыу йортона, ҡалала, республикала, хатта Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәр өсөн мөһим уҡыу йортонда - 3-cө республика башҡорт-гимназия-интернатында 14 йыл директор булып эшләп ташланы.

Ул был уҡыу йортона, ҡалала, республикала, хатта Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәр өсөн мөһим уҡыу йортонда - 3-cө республика башҡорт-гимназия-интернатында 14 йыл директор булып эшләп ташланы.
Директор булыу - портфель күтәреп, ыҫпай кейенеп йөрөү генә түгел, хәҙерге заманда, күптәр әйтеүенсә, дошманыңа күрһәтмәҫ вазифа - әле береһе килеп тикшерә, әле икенсеһе, һәр бала, уҡытыусы, үҙең өсөн генә лә түгел, донъялағы бар бәләләр өсөн яуап бир ҙә ултыр һымаҡ.
Фәһим Фәрғәт улы Боҫҡанов, шулай итеп, БРГИ №3-тә 14 йыл директор булды, 30 июндә был вазифала уның һуңғы эш көнө булды.
Әле директор вазифаһын Рәзилә Исмәғилева башҡара. Ваҡытлыса инде. Тиҙҙән конкурс булыр, яңы директорҙы ла күрербеҙ (кемдәр дәғүә итә, яҡынса, билдәле, тик былары фараз ғына, һуңынан нисек килеп сығыр - Хоҙай ғына белә. Ҡайһы берәүҙәргә директор бул тип тәҡдим итеп тә ҡарағандар, тегеләре ҡул һелтәп, ситкәрәк тая һалған - миндә ниндәй үсегеҙ бар?).
"Юшатыр" гәзите менән һәр саҡ тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән райондашыбыҙ Фәһим Фәрғәт улына артабанғы педагогик хеҙмәтендә уңыштар теләйбеҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа ла, Фәһим Фәрғәт улы, барыһы ла ал да гөл булһын, ҡатынығыҙ, балаларығыҙ йылыһында ҡойоноп, оҙаҡ итеп күңел тыныслығында йәшәргә яҙһын.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас