Ишеттегеҙме әле?
3 Августа 2021, 09:15

Аҡ ҡәнәфи

Ваҡытлыса тигән исемде тағып йөрөүе анһат түгел, үҙеңде ышаныслы тоймайһың. Район хакимиәтендә бындай мөһөрҙән мәғлүмәт бүлеге һәм йәштәр комитеты етәкселәре ҡотолдо: Шамил Зыятдинов менән Роман Барановский ҡәнәфиҙәренә ныҡлап ултырҙы. 

Аҡ ҡәнәфиАҡ ҡәнәфи
Аҡ ҡәнәфи

Ваҡытлыса тигән вазифа биләүселәр әле барыбер күп. Булғаны өҫтөнә яңылары өҫтәлеп тора. Фотола яңыса итеп ултыртылған кабинеттағы аҡ креслоны ла яңы кеше биләне. Кисәнән бирле интервью һорайбыҙ, әлегә ярамай, тине. Ярамайға - ҡарамай тип яҙырға ла иҫәп бар ине, үҙебеҙҙең егет тип, кире уйланыҡ, күңеле паҡ, эшкә өйрәнеп кенә йөрөгән мәле, тулҡынландырмайыҡ. Эшегеҙ ҙә, ошо ҡәнәфи һымаҡ, аҡ булһын. 

Тиҙҙән Уның менән материал гәзиттә булыр. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас