Ишеттегеҙме әле?
10 Августа 2021, 09:28

Тишек аша булһа ла

Ни ғилләлер, хакимиәттәрҙәге кадрҙар хроникаһын (кем килә-китә) беҙгә бирмәҫкә булғандар. Рәсми рус гәзите бар, шунда бирәбеҙ ҙә вәссәләм. Быға тиклем дә, бирегеҙ инде тип, инәлеп йөрөгән булманы, шуныһы ғына: был белдереү өсөн хакимиәт аҡса түләй. Тимәк, милли гәзит ауыҙ һоноп ҡала. Нимәһе ҡыҙыҡ-ҡыҙғаныс: аҙым һайын милли баҫма, милли мәҙәниәт, тел тип саралар үтә, телдәр сарлана, интернетта башҡорт телен киң йәйелдерәйек тиҙәр, ә ҡарағыҙ беҙҙең авангардта барырға тейеш Башинформдағы башҡорт телендәге яңылыҡтарҙы... Әле аҙаҡҡы яңылыҡ 30 июль датаһы менән тора. 

Тишек аша булһа лаТишек аша булһа ла
Тишек аша булһа ла
Ҡыҫҡаһы, ишектән ҡыуһалар, тишектән кер, беҙ барыбер юлын табырбыҙ, рәсми рәүештә (аҡса түләп!) әйтмәйҙәр икән,...
Күпте күргән "Йәшлек" мәҙәниәт һарайына директор булып йәнә бер кеше килә. Сираттағыһы. Уны беҙ барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Әле эшкә тотонмаған, шуға исемен яҙмай торабыҙ. Ул яңы креслоһына килеп ултырыу менән беҙ уның янына керербеҙ. Тишек аша булһа ла. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас