Ишеттегеҙме әле?
6 Сентября 2021, 04:34

Байыйбыҙ

Күмертау үҫеүҙән туҡтағаны юҡ, гел нимәлер төҙөйҙәр, нимәлер күтәрәләр. Пятачок тип аталған ерҙә лә нимәлер төҙөлөп килә. Нимә? Сауҙа йорто тиҙәр. 

БайыйбыҙБайыйбыҙ
Байыйбыҙ

Элек, ҡалаға килһәң, күҙ төбәп барыр магазиндар бер нисә генә ине - бына Орбита, ана Меридиан, Домбыта, Классика. Ошоларҙы урап, Полетҡа йәки Листопадҡа (АТП ашханаһы ла шәп ине - арзан) кереп ашап сыҡтыңмы - булды, бүтәне юҡ. Хәҙер аҙым һайын магазин, аҙым һайын лавка, бутик. Бына булғандары янына яңыһы өҫтәлә. Магазиндарға байыйбыҙ, үҙебеҙгә генә байырға ҡалды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас