Ишеттегеҙме әле?
29 Сентября 2021, 04:11

Таланттар

Талантлы кеше бөтөн ерҙә лә талантлы. Холодный Ключ ауылынан да байтаҡ ҡына таланттар сыҡҡан. Шуларҙың береһе - Земфира Эйтерник.  

ТаланттарТаланттар
Таланттар
Земфира Ғәзиз ҡыҙы ҡайҙа эшләһә лә, үҙенән һуң яҡты эҙ ҡалдыра. Байтаҡ ерҙә үҙенең яҡтылығын ҡалдырырға өлгөрҙө, аҙаҡҡыһы - Шәбағыш мәктәбендә. Инде сират Ермолаевоның "Тополек" балалар баҡсаһына етте. З. Эйтерник хәҙерҙән ошо баҡсаның директоры. Был балалар баҡсаһы яҡты, матур, яңы, ремонттары күптән түгел генә бөттө. Эшегеҙ ҙә гел яҡты булһын, Земфира Ғәзиз ҡыҙы, уңыштар! 
Ә Шәбағыш мәктәбе хәҙер етемһерәп ҡаламы, юҡ, бында директор булып бер егет килә ята. Ул да бик талантлы, уны барығыҙ ҙа белә. Хәйер, был хаҡта һуңыраҡ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас