Нимә алып килергә тейеш инек икән, бер аҙ аптырашып торғас ҡына аңлашылды, былар беҙҙе башҡа кеше тип бутаған. Ирҙәр араһында арыуыраҡ кейенгәненә өндәштек: Һеҙме начальник?
Ул булып сыҡты. Юнир Хәсән улы Мәзитов. Ошо Үҙәктең яңы директоры. Күгәрсен районынан килгән.
- Һеҙҙе берәйһе ситтән ҡарап йөрөнө лә, шәп егетһең, әйҙә тип беҙгә саҡырҙымы? - яңы начальникты күптән күрергә ине иҫәп, үҙҙәре туҡтатып шәп булды әле.
- Юҡ. Конкурста ҡатнашып, еңеп сыҡтым.
- Беҙҙең райондан берәйһе бар инеме конкурста ҡатнашҡан?
- Берәү булды.
- Ниңә беҙгә килергә булдығыҙ? Ваҡытлыса ғыналыр һеҙ, - бындайҙы күреп өйрәнгән, килә лә китәләр, килә лә китәләр, шуға бирелде һорау.
- Юҡ. Мин ваҡытлыса тип уйламайым. Төпләнергә ине. Ғаиләм әле Мораҡта, йөрөп эшләйем әлегә, торараҡ бында тулыһынса күсенеп килергә ине. Ҡатыным - бухгалтер, ике балабыҙ бар, улар ҙурар инде.
- Беҙгә килгәнсе ҡайҙарҙа эшләп өлгөрҙөгөҙ?
- Мораҡта бөтөн коммуналка өсөн яуап биргән ойошма директоры булдым. Уңарсы Йомағужа һыуһаҡлағысында, берҙәм диспетчер хеҙмәтендә эшләнем (Күгәрсендә был хеҙмәтте мин булдырҙым). Полицияла ОБЭП етәксеһе лә булып хеҙмәт иттем.
- Полициянан таяҡ системаһы булғанға киткәнһегеҙҙер, - беҙ ҙә донъя күргән кеше, шулайыраҡ һораныҡ.
- Эйе, унда эшләгәнгә өйгә ҡайтып кереп тә булмай ине - эше ныҡ күп.
- Көйөргәҙе ере, кешеләре нисек?
- Һәйбәттәр.
- Ә юлдары?
- Улары ла нормаль.
- Улай икән...
Юнир Хәсән улы менән танышлыҡ ошолай килеп сыҡты. Алсаҡ кеше. Ихлас. Беренсе фекер шулай. Уңыштар һеҙгә, тамырҙы ныҡ йәйергә булһын.